10 декабрь, Шәмбе

09 октябрь 2013 йыл, 15:43

104 фермер үҙ хужалығын үҫтереүгә грант алды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың 41 районынан 104 фермер ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойоштороуға һәм үҫтереүгә гранттар алды.

Быйыл яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам һәм ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыуға ике кимәлдәге бюджеттарҙан 189 миллион һум самаһы аҡса бүленде. Шуның 95 миллион һумдан ашыуы  — беренсе программаға һәм 94 миллион һумы икенсегә тура килә.

— Грант — ул награда ғына түгел, шулай уҡ яуаплылыҡ та, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында. —Республикала фермерлыҡ программаларын артабан финанслау кимәле проекттарҙы ни тиклем уңышлы тормошҡа ашырыуға бәйләнгән.

Министр билдәләүенсә, башҡа ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре менән бер рәттән Башҡортостан фермерҙары ла дәүләт ярҙамының бөтә төрҙәре менән файҙалана ала. Шулай уҡ төбәктә махсус «фермер» программалары ла эшкәртелгән.

БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин әйтеүенсә, конкурста ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара.

Мәҫәлән, «Яңы эш башлаусы фермер» программаһы буйынса 2012 йылда 225 заявка бирелһә, 2013 йылда иһә уларҙың һаны әлеге ваҡытҡа 270-кә етте.

Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программаһы буйынса ла шундай уҡ күренеш күҙәтелә: 2012 йылда 64 заявка булһа, 2013 йылда – 103.

Былтыр ғына был программалар сиктәрендә 50 трактор, 99 берәмек мал аҙығы әҙерләү техникаһы, 12 трактор тағылмаһы һатып алынды. Бынан тыш, 55 фермер хужалығы малсылыҡ ҡорамалдары, 174 ат, 3473 баш һыйыр малы, 400-ләп ваҡ мал һәм 3000 баш ҡош-ҡорт һатып алды.

Фермер хужалыҡтарын үҫтереү буйынса иң ҙур әүҙемлек бөгөнгө көндә Әбйәлил, Баймаҡ, Дыуан, Мәсетле, Салауат, Учалы һәм Хәйбулла райондарында билдәләнә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.