3 декабрь, Шәмбе

09 октябрь 2013 йыл, 13:07

Рөстәм Хәмитов Ҡаҙағстан Премьер-министры Серик Әхмәтов менән осрашты

автор: Эльвира Латыпова

Бөгөн, 9 октябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы Астанаға килде.

Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡаҙағстандың Премьер-министры Серик Әхмәтов менән осрашты.

Осрашыу барышында Серик Әхмәтов Башҡортостан делегацияһын Астанаға килеүе менән тәбрикләне һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең юғары кимәлдә булыуын билдәләне.

— Һигеҙ йыл төбәк-ара хеҙмәттәшлек барышында беҙҙең мөнәсәбәттәребеҙ ярайһы уҡ юғары кимәлдә һалынды, — тине Ҡаҙағстан Республикаһы Премьер-министры. — Хәҙер Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре үтә. Был Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн яҡшы импульс булып торор, тип уйлайым.