Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда экологик бысраҡ предприятиелар төҙөлмәйәсәк»

Йәмғиәт

Башҡортостан территорияһында экологияны бысратыусы предприятиелар төҙөлмәйәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, 8 октябрҙә,  Өфөлә үткән IV төбәк-ара экологик форумда республика Президенты.

— Беҙ төҙөмәйенсә булдыра алмайбыҙ, сөнки был сәнәғәт производствоһын үҫтереү, граждандарыбыҙҙың көнкүрешен яҡшыртыу. Әммә, республикабыҙҙа нимә төҙөлһә лә, барыһы ла юғары экологик талаптарға тап киләсәк, — тип билдәләне үҙенең сығышында Рөстәм Хәмитов.

Бөгөнгә өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә – «Химпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Баймаҡ районындағы Семеновск алтын йыйыу фабрикаһы территорияларын таҙартыу.  «Химпром»дың элекке хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә кире антропоген һәм техноген йоғонтоһо арҡаһында боҙолған тәбиғәт системаларын тергеҙеүгә генә 4 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ.

— Республикала бындай аҡса юҡ. Беҙ ике йыл дауамында «Тупланған экологик зыянды бөтөрөү» Федераль маҡсатлы программаһына эләгергә тырыштыҡ һәм быға ирештек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. —«Химпром» дан тыш, уға Семеновск алтын йыйыу фабрикаһы индерелде. Был программаға үҙенең иҫкергән нефть сығарыу скважиналары фонды менән «Башнефть», шулай уҡ «Газпром нефтехим Салават»тың бер нисә объекты эләгер тип ышанабыҙ. Беҙ 10 миллиард һумға дәғүә итә алабыҙ. Республика территорияһында урынлашҡан предприятиеларҙа даими экологик мониторинг үткәреү – мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Был йүнәлештә эштәр башланған да инде. Киләсәктә бындай мониторингтар төбәктең барлыҡ предприятиеларын солғап алырға тейеш, тигән маҡсат ҡуйҙы Башҡортостан Президенты.

8 октябрҙә Өфөлә уҙған төбәк-ара экологик форумда билдәләүҙәренсә, ҡурсаулы территорияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә лә етди иғтибар биреү мөһим. Республикала был эште халыҡ-ара тәжрибәне ҡулланып үҫтерергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть