Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Мәскәүҙә «Алтын көҙ» күргәҙмәһе асыла

Иҡтисад

Бөгөн, 9 октябрҙә, Мәскәүҙә «Алтын көҙ» XV Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе рәсми асыла. «Алтын көҙ-2013»тө асыу тантанаһында илебеҙ, РФ Ауыл хужалығы министрлығы, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре, төбәк ауыл хужалығы министрлыҡтары етәкселеге ҡатнашасаҡ, тип көтөлә.

Башҡортостан Республикаһынан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев һәм БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко ҡатнашасаҡ.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 9 октябргә бер нисә ҙур сара үткәреү планлаштырылған.

Улар араһында — «Агросәнәғәт комплексында инвестициялар: дәүләт һәм бизнес роле» Халыҡ-ара инвестицион агросәнәғәт форумы, шулай уҡ күп һанлы тармаҡ түңәрәк өҫтәлдәре һәм Агросәнәғәт комплексын инновацион нигеҙҙә техник модернизациялауға арналған ғилми-ғәмәли конференция.

Башҡортостандың күргәҙмә стенды 140 квадрат метр майҙанда урынлаштырыласаҡ. Төбәктең 20 ауыл хужалығы предприятиеһы күргәҙмәгә үҙенең төрлө продукцияһын килтерәсәк.

Мәҫәлән, республика етештереүселәре үҙ кәштәләренә колбаса һәм ит изделиелары, минераль һыуҙар, араҡы-шарап продукцияһын, айыртылмаған һөт һәм икмәк-булка продукцияларын, шулай уҡ бал һәм башҡа бик күп төрлө тауарҙар ҡуясаҡ. Шулай ҙа төп иғтибар милли аш-һыуға бүленәсәк. «Алтын көҙ-2013»төң төрлө конкурстарында Башҡортостандың 100-гә яҡын ойошмаһы ҡатнашасаҡ, тип көтөлә.

Күргәҙмә матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, «Алтын көҙ-2013»тә донъяның 25 иленән бөтәһе 2500-ҙән ашыу предприятие һәм ойошмалар ҡатнашасаҡ. Рәсәйҙән иһә 61 төбәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть