6 декабрь, Шишәмбе

08 октябрь 2013 йыл, 17:06

Фән һәм техника өлкәһе ғалимдарына республика дәүләт премиялары тапшырылды

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов фән һәм техника өлкәһендә 2013 йылғы республика Дәүләт премияларын тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

«Яҡшыртылған экологик характеристикалы автомобиль бензины алыу технологияһы» эше өсөн профессор, Нефть-химия эшкәртеү институтының баш технологы Ғүмәр Теләшевҡа; профессор, БР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире Арслан Әхмәтовҡа, ӨДНТУ-ның нефть һәм газ технологияһы кафедраһы профессоры Георгий Сидоровҡа премия лауреаты исеме бирелде.

«Ҡорһаҡ ярыһында йәбешмә ауырыуын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын эшкәртеү һәм индереү (50 йыллыҡ тәжрибә)» эше өсөн профессор, БР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь хирургия кафедраһы мөдире Владимир Плечев; профессор, БР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы Наил Ғатауллин; Башҡор дәүләт медицина университетының Диплом алғандан һуң белем биреү институтытының транфузиология һәм термик йәрәхәттәр курстары менән медицина фажиғәләре һәм ашығыс ярҙам кафедраһы профессоры Сәүбән Хунафин премия лауреаттары тип танылды.

«Салауат Юлаев» һәм «Ватан» юғары сорттары һәм  икмәк продукттары өсөн яҙғы бойҙай игенен етештереү технологиялары» эше өсөн профессор, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, пенсионер Владимир Зыкин; профессор БР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү һәм йәшелсә-емеш үҫтереү кафедраһы мөдире Рафаэль Исмәғилев; Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү һәм йәшелсә-емеш үҫтереү кафедраһы доценты, пенсионер Людмила Зыкина дәүләт наградаһы менән билдәләнде