8 декабрь, Кесе йома

08 октябрь 2013 йыл, 16:10

Башҡорт дәүләт педагогия университетында бушлай Йәш психолог мәктәбе эшләй башлаясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 19 октябрҙән Йәш психолог мәктәбе үҙ эшен башлаясаҡ. Бушлай дәрестәргә 9-11-се синыф уҡыусылары йөрөй ала. Дәрестәрҙе психология факультеты уҡытыусылары, өйрәнеүсе психологтар, шулай уҡ сығарылыш курс студенттары алып барасаҡ.

Юғары уҡыу йортонда хәбәр итеүҙәренсә, Йәш психолог мәктәбе йәштәрҙең психологик мәҙәниәтен үҫтереү, үҫмерҙәргә профессия йүнәлеше биреү, уларҙы шәхес булараҡ үҫтереү маҡсатында уйлап табылған.

Лекциялар шәмбе көндәрендә (ике аҙнаға бер тапҡыр) 16 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем уҙғарыласаҡ. Дәрестәр май айына тиклем дауам итәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге адрес буйынса психология факультетының дөйөм һәм социаль психология кафедраһында алырға мөмкин: 450076 Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 25а, БДПУ-ның 5-се уҡыу корпусы, телефон: (347)251-70-56, шулай уҡ Бәйләнештә төркөмөндә.