4 декабрь, Йәкшәмбе

08 октябрь 2013 йыл, 15:13

Рөстәм Хәмитов Милли музейҙың 150 йыллығын байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Милли музейының 150 йыллығы менән бәйле республика Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылда дәүләт бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһының юбилейына арналған  саралар үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

БР Мәҙәниәт министрлығына саралар планын һәм тантаналы саралар үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын Башҡортостан Хөкүмәтенә раҫлауға индерергә ҡушылды.

Указды бойомға ашырыу менән бәйле сығымдар ҡаралған бюджет ассигнованиелары сиктәрендә финансланасаҡ.

Был указдың үтәлешенә контроллек итеү республика Президенты хакимиәтенә йөкмәтелде.