Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт академия драма театры миҙгелен Мостай Кәримгә бағышлап аса

Мәҙәниәт

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 94-се театр миҙгелен шәмбе, 12 октябрҙә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына бағышлаған музыкаль-шиғриәт тамаша менән асасаҡ. Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда театр артистары халыҡ шағирының шиғырҙарын һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарасаҡ. Сара 18 сәғәттә башлана.

Бер сәғәттән һуң, ҙур сәхнәлә тамашасылар иғтибарына М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса спектакль тәҡдим ителәсәк. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – РФ-тың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Әбүшахманов.

10 октябрҙә көндөҙ Профсоюздар йорто алдындағы скверҙа тантаналы рәүештә Мостай Кәримгә һәйкәл асыласаҡ.

Башҡорт дәүләт академия драма театрының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы театр миҙгеленә Башҡорт дәүләт академия драма театры Таңсулпан Ғарипова пьесаһы буйынса «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» мюзиклын сәхнәгә сығарырға әҙерләнә. Мюзиклдың идея композицияһы «Ҡара Юрға» башҡорт халыҡ йыры сюжетына ҡоролған, режиссеры Олег Ханов. Тағы ла бер премьера – Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса спектакль, режиссеры Айрат Әбүшахманов

Бөгөн, 8 октябрҙә, Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә Башҡорт академия драма театры  Максим Горький исемендәге Рус драма театры сәхнәһендә Сыңғыҙ Айтматовтың «Аҡ пароход» повесы буйынса спектакль ҡуясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть