5 декабрь, Дүшәмбе

08 октябрь 2013 йыл, 14:04

Баш ҡалала төбәк-ара экологик форум асылды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың баш ҡалаһында IV төбәк-ара экологик форум асылды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнаша. Бөгөн, форум сиктәрендә «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге–2013» ХVIII махсус күргәҙмә үҙ эшен башлаясаҡ.

Экологик форумдың һәм күргәҙмәнең төп маҡсаты – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге иң яҡшы ғилми-техник ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү, ҡалдыҡтарға контроллек итеү, предприятиеларҙан ағып сыҡҡан бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү  буйынса прогрессив технологияларҙы ғәмәлгә индереү.

Был ике сараның программаһы киң һәм төрлө, тип билдәләй ойоштороусылар – Башҡортостан хөкүмәте, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР буйынса Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү идаралығы һәм «Лигас» коммерция инновацион үҙәге.

Төбәк-ара экологик форум-2013 программаһында — Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Ғилми-техник советы ултырышы, сәнәғәт предприятиелары етәкселәренең хәҙерге заман газ таҙартыу системаларын ҡулланыу мәсьәләләре буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһе, көнүҙәк экологик темаларға ғилми-ғәмәли конференциялар һәм семинарҙар.

Үҙ сиратында, 18-се «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге–2013» күргәҙмәһе тәбиғәтте һаҡлау тәғәйенләнешендәге ҡорамалдар һәм продукция етештереүҙең төрлө йүнәлештәрендәге берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә эшлекле бөйләнештәр урынлаштырырға тейеш. Бынан тыш, ул экологик эштәр һәм хеҙмәттәр баҙарын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһында тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге буйынса махсус күргәҙмә 1995 йылдан алып уҙғарыла. Экологик форум тәү тапҡыр Өфөлә 2004 йыл үткәрелгән.