3 декабрь, Шәмбе

08 октябрь 2013 йыл, 12:54

Башҡортостанға Польша экология делегацияһы килде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Дәүләт урмандар дирекцияһының төбәк директоры Рышард Генрих Земблицки етәкселегендәге поляк делегацияһы килде.

Польша делегацияһы составында – Дәүләт урмандар дирекцияһы төбәк директоры урынбаҫары Цезарий Свистак, баш лесничийҙар Богдан Коленда, Хуберт Генрих Дондерович, Тадеуш Ежи Василевски һәм Дариуш Скирко.

Поляк делегацияһының сәфәре 11 октябргә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Сәфәрҙең төп маҡсаты – «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты миҫалында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларын үҫтереү юҫығында тәжрибә уртаҡлашыу.

— Польшала тәбиғәтте һаҡлауҙың төрлө формалары тәҡдим ителгән, — тип һөйләне Рышард Генрих Земблицки БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин менән осрашыуҙа. – Улар араһында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән «Беловеж ҡара урманы» биосфера резерваты. Донъя кимәлендә уникаль был тәбиғәт объектының майҙаны 60 мең гектар тәшкил итә. Был сик аша тәбиғәт комплексы. Беҙ һеҙҙең менән ошо территорияны үҫтереү пландары менән уртаҡлашып, Башҡортостандың был өлкәлә туплаған тәжрибәһен өйрәнергә теләйбеҙ.

Делегация вәкилдәре хәбәр итеүҙәренсә, Польшала айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында экологик белем биреү һәм мәғариф мәсьәләләре менән әүҙем шөғөлләнәләр. Бының өсөн һәр ошондай территорияла башлыса мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн визит-үҙәктәр булдырыла.

Осрашыуҙа Илдус Яхин, Башҡортостан Экология министрлығы Польшаның тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары менән конструктив хеҙмәттәшлек алып барыу менән күптән ҡыҙыҡһына һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлек алып барырға әҙер, тине.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың апрелендә Дәүләт урмандар дирекцияһы (Польша) менән «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Был документ Польша һәм Башҡортостан урман һәм тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары  вәкилдәре араһындағы тиҫтә йыллыҡ хеҙмәттәшлек тарихында сираттағы аҙым булып торҙо.