2 декабрь, Йома

08 октябрь 2013 йыл, 12:07

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтә

автор: Эльмира Сабирова

БР Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм уның ведомствоһындағы ойошмалар Амур буйында, шулай уҡ Башкортостандың Әбйәлил һәм Белорет райондарында һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә ярҙам итә.

Концерт залдарында һәм театрҙарҙа хәйриә спектаклдәре һәм концерттары ойошторола.

Мәҫәлән, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Орган залының яңы концерттар миҙгелен Эльвира Хәйретдинованың хәйриә концерты менән асты.

30 октябрҙә филармонияның Ҙур залында үтәсәк Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзифа Исҡужинаның концертынан килгән аҡсалар ҙа стихиянан зыян күреүселәргә ярҙам фондына йүнәлтеләсәк.

Сибай дәүләт филармонияһынан коллегалары ла ситтә ҡалманы. Тиҙҙән Көньяҡ Урал райондарында уҙасаҡ гастролдәрҙән төшкән аҡсаларҙы  хәйриә маҡсатына йүнәлтергә планлаштырыла

Нефтекама дәүләт филармонияһы ла Бөрйән районы буйлап аҙналыҡ гастролдәрҙән килгән бөтә аҡсаны зыян күреүселәргә күсерәсәк.

10 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры хәйриә концерты планлаштыра, унда тамашасылар яратҡан актерҙар ҡатнашасаҡ.

Өфө «Нур» дәүләт татар театры 17 октябрҙә акцияға ҡушыла һәм халыҡты «Кейәү» спектакленә саҡыра.

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры хәйриә спектаклен 21 октябрҙә күрһәтәсәк, ә Туймазы дәүләт татар драма театры средстволарҙы зыян күреүселәргә күсереү өсөн театрлаштырылған тамашаны 8 ноябрҙә әҙерләй.

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры хәйриә спектаклен 14 ноябрҙә үткәрәсәк  — «Ҡара ҡанатлы аҡ фәрештә» спектаклен күрһәтәсәк.

Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле хәйриә концертын үҙ концерт залында 5 декабрҙә үткәрә, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.