10 декабрь, Шәмбе

08 октябрь 2013 йыл, 10:59

«УМНИК-Башҡортостан – 2013» конкурсы студенттарҙың иң яҡшы идеяларын асыҡлаясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетында «УМНИК-Башҡортостан – 2013» йәштәр ғилми-инновацион конкурсында ҡатнашыусы» программаһының көҙгө туры проекттарын һайлап алыу башлана.

Конкурста 18 йәштән 28 йәшкә тиклемге студенттар, аспиранттар һәм йәш тикшеренеүселәр ҡатнаша ала.  4 һәм 8 октябрҙә теләүселәр өсөн консультация семинары уҙғарыласаҡ (физика-математика корпусының 400-сө аудиторияһында 16 сәғәттә башлана).

Һайлап алыу туры 14 октябрҙә старт ала һәм бер нисә йүнәлештә үтәсәк. 14 октябрҙә «Яңы приборҙар һәм аппарат комплекстары» буйынса этап үткәрелә; 16 октябрҙә йәш ғалимдар биотехнология өлкәһендә үҙ идеяларын тәҡдим итәсәк; 18 октябрҙә – мәғлүмәт технологиялары буйынса; 21 октябрҙә – киләсәк медицинаһы буйынса, ә 24 октябрҙә – заманса материалдар һәм уларҙы эшләү технологиялары буйынса.