Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

«Таланттар йондоҙлоғо» конкурсына заявкалар ҡабул ителә

Мәҙәниәт

14 октябргә тиклем «Таланттар йондоҙлоғо»  IV асыҡ республика мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә.

Балалар вокал сәнғәте, нәфис һүҙ, уйын ҡоралында башҡарыу, халыҡ бейеүе, ым-ишара менән йырлау һәм оригиналь жанр кеүек номинацияларҙа үҙ таланттарын күрһәтә ала.

Һайлап алыу турҙары 19 һәм 26 октябрҙә, 2 ноябрҙә үткәрелә. Конкурстың II этабы 23 ноябрҙә үтәсәк, а декабрҙә гала-концертта йомғаҡ яһаласаҡ.

Конкурстың инициаторҙары һәм төп ойоштороусылары – Өфөнөң Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге һәм «Әсә йөрәге» республика йәмәғәт ойошмаһы.

«Таланттар йондоҙлоғо» проекты «инвалидтар», «сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр», «үҫеше тотҡарланған кешеләр» тип атаған кешеләргә ҡарата стереотиптарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Улар ҙа, башҡалар кеүек үк, мәҙәни тормошта һәм ижади процестарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә бит, тип инана ойоштороусылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть