5 декабрь, Дүшәмбе

08 октябрь 2013 йыл, 10:09

Бөрйән районында Граждандар һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөрйән районында элекке Оло Кәбәс ауылы урынында 1921 йылда граждандар һуғышында һәләк булған ауыл халҡы иҫтәлегенә граниттан мемориаль таҡтаташ ҡуйҙылар. Был иҫтәлекле урын Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә урынлашҡан.

Мемориаль таҡтаташты Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға яңы һайланған депутаттар Александр Работяев менән Сергей Греков үҙ аҡсалары иҫәбенә эшләтте.

Таҡтаташҡа бөтөрөлгән ауылдың исеме һәм һәләк булғандарҙың фамилиялары яҙылған.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бындай юҡҡа сыҡҡан билдәһеҙ ауылдар бихисап, ә унда кешеләр йәшәгән бит. Ҡуйылған таҡтаташ хәҙерге быуын кешеләренә генә түгел, киләсәк быуындарға ла ҡасандыр бында ауыл булыуы, унда граждандар һуғышы геройҙары йәшәүе хаҡында иҫкәртеп торасаҡ.  Хәҙер  1917 йылғы октябрь ваҡиғаларына, граждандар һуғышына ҡараштар төрлө, ләкин был беҙҙең тарихыбыҙ һәм беҙ уны онотмаҫҡа тейешбеҙ, — тине Иршат Фәхретдинов.

Таҡтаташтар ҡуйыу Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды. Бындай саралар Бөйөк Рәсәй халҡын артабан да берләштереүгә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй депутат.