3 декабрь, Шәмбе

08 октябрь 2013 йыл, 9:24

Ғәскәров ансамбле артистары Японияға Рәсәй мәҙәниәте фестиваленә осто

автор: Эльмира Сабирова

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәкшәмбе, 6 октябрҙә, Японияға Рәсәй мәҙәниәте фестиваленә осто. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат  секретары Ләйлә Ишморатова әйтеүенсә, бейеүселәр Японияның дүрт ҡалаһында — Мусасино, Токио, Мито, Сиба – сығыш яһарға йыйына.

Уҙған аҙнала  Парижда ЮНЕСКО штаб-квартираһында Башҡортостан Республикаһын презентациядау ваҡытында  ғәскәровсылар ансамблдең 75 йыллығы айҡанлы абруйлы наградаға – «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы өсөн «Биш ҡитға»  («Пять континентов») алтын миҙалына һәм «Донъя илсеһе» дипломына лайыҡ булды.

— Бындай награда әлегә тиклем Рәсәйҙең бер коллективында – Игорь Моисеев исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә генә бар ине, — тип билдәләне Ләйлә Ишморатова. — Ғәскәровсыларға награданы ЮНЕСКО-ның Генераль секретары Ирина Бокова тапшырҙы. Парижда артистар «Гөлнәзирә», «Зарифа» башҡорт бейеүҙәрен һәм «Калинка» рус бейеүен башҡарҙы.

Быйылғы миҙгелдә ансамбль яңы «Ғәскәров мираҫы – республика ҡаҙанышы» проектын тәҡдим итәсәк, унда Фәйзи Ғәскәров ҡуйған төрлө жанрҙағы хореографик композицияларҙан ҙур программа ҡуйыласаҡ. Уға 75 йыл буйына коллективтың репертуарынан төшмәгән классик бейеүҙәр, шулай уҡ тергеҙелгән номерҙар инәсәк. Программа премьераһы Өфөлә 21 һәм 27 декабргә планлаштырылған.

Ноябрҙә ансамбль Башҡортостандың Көньяҡ Урал төбәгенә гастролдәргә сығырға планлаштыра