9 декабрь, Йома

07 октябрь 2013 йыл, 17:50

Константин Толкачев «Живой журнал»да алып барған блогын яңынан башланы

автор: Людмила Терновая

Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һайлау кампанияһынан һуң һәм төбәктең яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының эше башланыр алдынан «Живой журнал»да алып барған блогын яңынан башланы.

«Артабан да элекке режимда блог өҫтөндә эшләүемде дауам итәсәкмен, үҙемдең уй-фекерҙәрем менән бүлешәсәкмен. Бергәләп мөһим закон проекттарын тикшерербеҙ, һеҙҙән дә булдыҡлы фекерҙәр көтәм».

Константин Толкачев Республика Президенты Башҡортостан парламенты алдына ҡуйған мәсьәләләр, һайлау кампанияһы тураһында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

«Блогта яҙып уртаҡлашыр мәсьәләләр бихисап. Шуға күрә, оҙаҡҡа хушлашырға йыйынмайым, әле үк киләһе яҙмалар буйынса фекерҙәр бар», тип яҙған республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе.