6 декабрь, Шишәмбе

07 октябрь 2013 йыл, 17:18

Бер көн эсендә республикала 1,5 миллион үҫенте ултыртылды

автор: Розалия Вәлиева

«Йәшә, урман!» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Шишмә участка урман хужалығы территорияһында 5 гектар майҙанда 20 меңдән ашыу ике йыллыҡ ҡарағай үҫентеләре ултырттылар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандың бөтә район урман хужалыҡтарында ағас ултырттылар һәм урман фонды ерҙәрен, ауыл биләмәләре ерҙәрен сүп-сарҙан таҙарттылар.  Дөйөм алғанда, бер көндә биш меңләгән кеше 350 гектар майҙанда бер миллион 400 меңдән ашыу үҫенте ултыртты.

Быйыл яҙ йөҙ меңләп кеше Рәсәй Урман хужалығының урман ултыртырға сығыу саҡырыуына ҡушылды. Башҡортостанда апрель айында  ла ошоға оҡшаш Бөтә Рәсәй урман ултыртыу көнө һәм «Рәсәйҙең Йәшел мәктәптәре» Федераль партнерлыҡ ижтимағи программаһы саралары уҙғарылғайны. Был сараларҙа бер миллион 300 мең самаһы ағас ултыртылған. Бөтә Рәсәй урман ултыртыу көнө сиктәрендә уҙғарылған саралар һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһында 500 гектарҙан ашыу майҙанда ике миллион 120 мең төп ағас ултыртылған. Акцияла 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.