5 декабрь, Дүшәмбе

07 октябрь 2013 йыл, 16:46

Идара итеү компаниялары һәм урындағы үҙидара органдары интернет аша ҡабул итә

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан республикаһы буйынса Торлаҡ күҙәтеү дәүләт комитеты сайтының «Интернет-ҡабул итеү» («Интернет-приемная») бүлегендә граждандарҙың идара итеү компанияларына һәм урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәттәрен йыйыу программаһы эшләй.

2013 йылдың февралендә эшләй башлаған көндән алып сайтҡа 1373 мөрәжәғәт килде, тип хәбәр иттеләр  Башҡортостан республикаһы буйынса Торлаҡ күҙәтеү дәүләт комитетынан.

Мөрәжәғәт итеү өсөн «Интернет-ҡабул итеү» бүлегенә күсеп, таблицаға фамилия, исемде, атайҙың исемен һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе индерергә, йәшәү урынын, мөрәжәғәттең темаһын, идара итеү компанияһын һайларға кәрәк. Программа мөрәжәғәттәрҙе, электрон адрестарын күрһәтеп, муниципаль район (ҡала округы) хакимиәтенә һәм идара итеү компанияһына (ТСЖ) тәғәйенләп,  әҙер мөрәжәғәттәрҙе ебәреүсенең электрон адресына кире ҡайтарасаҡ, уларҙы ҡулланыусы үҙ электрон адресынан ебәрә аласаҡ.