11 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2013 йыл, 15:49

Нефть-газ тармағы өсөн экологик ҡарарҙарҙы тикшерәсәктәр

автор: Розалия Вәлиева

«Рәсәй нефть-газ тармағы өсөн өр-яңы экологик ҡарарҙарҙың юғары кимәлен тәьмин итерлек инновацион технологияларҙы үҫтереү» фәнни-техник советы ултырышы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда 8 октябрҙә үткәрелә.

Ултырышта власть органдары, фәнни учреждениелар, сәнәғәт тармағы вәкилдәре ҡатнашасаҡ, уны тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Владимир Кириллов асасаҡ.