Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башлана

Йәмғиәт

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығының бөтә бүлексәләрендә 8 октябрҙән 18-нә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үтәсәк, тип хәбәр иттеләр идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.

2014 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу кампанияһы сиктәрендә Рәсәй Почтаһы гәзит һәм журналдарға ташламалар менән яҙылырға мөмкинлек бирә. Барлыҡ почта бүлексәләрендә льготалы шарттарҙа яҙылып була: бер адресҡа өс һәм унан күберәк баҫмаға яҙылған клиенттарға өйгә килтереп биреү хаҡының 10 проценты күләмендә ташлама ҡаралған. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй декадаһы барышында балалар йорттары китапханаларына, ҡарттар йорттарына, ветерандар йорттарына һәм башҡа социаль учреждениеларға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән гәзит һәм журналдарға яҙҙырып бүләк итергә була. Рәсәй Почтаһы бүләк итеүселәргә матбуғат баҫмаларына яҙылыу һәм өйгә килтереп биреүгә заказдар ҡабул итеү буйынса хеҙмәтләндереү хаҡының 10 проценты күләмендә өҫтәмә ташлама яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть