Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә ҡулланыу хаҡтары индексы сентябрҙә – 99,9 процент

Иҡтисад

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары индексы сентябрҙә 99,9 процент тәшкил итте.  Йыл башынан дөйөм хаҡтар индексы 104,3 процент самаһы тәшкил итте, 2012 йылдың сентябренән алып – 105, 9 процент.

Республикала дөйөм хаҡтар кимәленең бер ни тиклем кәмеүенә йәшелсә-емеш продукттарының 14,4 процентҡа арзанайыуы тәьҫир итте, шулай уҡ картуфтың да. Һөҙөмтәлә дөйөм аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар индексы 99,2 процент кимәленә етте. Статистиктар республикала, йәшелсә-емеш продукттарын иҫәпкә алмағанда, сентябрҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың 0,9 процентҡа күтәрелеүен билдәләй.

Бүтән төрлө тауарҙарға хаҡтар индексы сентябрҙә 100,3 процент кимәлендә булһа, хеҙмәтләндереүҙәргә 100,1 процент тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть