3 декабрь, Шәмбе

07 октябрь 2013 йыл, 14:02

Архитекторҙар һөнәри байрамдарын билдәләй

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Бөгөн, 7 октябрҙә, Бөтә донъя архитектура көнө билдәләнә.

Башҡортостанда ҡалалар һәм ауылдарҙың тышҡы күренешен яҡшыртыуға, бөтә инфраструктураларҙы заманлаштырып, ғәжәйеп тарихи-мәҙәни, архитектура һәм тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур иғтибар бүленә.

Республикала проект институттары һөҙөмтәле эшләй, уларҙың ҡайһы берәүҙәре илдә ҙур абруй ҡаҙанған. Шулай уҡ Башҡортостан архитекторҙар һәм проектсылар йәмғиәте эшләп килә. Өфө дәүләт нефть техник университеты йыл һайын йәш архитекторҙар уҡытып сығара.

Был байрам Халыҡ-ара архитекторҙар союзы тарафынан ойошторолған. Тәүҙә 1955 йылда Халыҡ-ара  архитекторҙар союзы йыйылышында был байрамды йыл һайын июль айының тәүге дүшәмбеһендә билдәләргә ҡарар ителә.  Ә 1996 йылда Барселонда Халыҡ-ара архитекторҙар союзы үҙенең 20 йыллыҡ юбилейына йыйылғанда Генераль ассамблея Бөтә донъя архитектура көнөн октябрь айының тәүге дүшәмбеһендә билдәләргә тигән резолюция ҡабул итә. Халыҡ-ара архитекторҙар союзы Икенсе Донъя һуғышынан һуң булдырыла. Ул саҡта һуғыш эҙемтәләрен – емерелгән ҡалаларҙы, ауылдарҙы һәм сәнәғәт предприятиеларын  аяҡҡа баҫтырыу проблемаһын хәл итеү уның маҡсаты булып тора. СССР Архитекторҙар Союзы Халыҡ-ара архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыусы булып тора. Хәҙер Халыҡ-ара архитекторҙар союзында йөҙләгән милли секциялар һәм миллиондан ашыу архитекторҙар иҫәпләнә.

Ғәҙәттә бөтә донъяла архитекторҙар үҙ һөнәри байрамдарында конференцияға йыйыла, унда үҙҙәренең ғәмәли эшмәкәрлеге шарттарын һәм һөҙөмтәләр тураһында фекер алыша, архитектура белеме проблемаларын ҡарай, ижади дискуссиялар ҡора.