7 декабрь, Шаршамбы

07 октябрь 2013 йыл, 9:43

Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева – Әзербайжан Президентын һайлауҙа күҙәтеүсе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге Парламент ассамблеяһы делегацияһы составында Әзербайжан Республикаһы Президентын һайлауға күҙәтеүсе сифатында халыҡ-ара миссияла ҡатнаша. Күҙәтеүселәрҙең бурысы — һайлауҙарҙы мөмкин тиклем объектив баһалау һәм теге йәки был провокацияға юл ҡуймау.

Әзербайжан Республикаһы президентын һайлау 2013 йылдың 9 октябрендә үткәрелә. Президент ирекле, шәхси һәм йәшерен тауыш биреү юлы менән биш йылға һайлана.

2013 йылдыү 20 сентябрендә Әзербайжан Үҙәк һайлау комиссияһы  10 кандидатты рәсми теркәне һәм иғлан итте. Дәүләт башлығы вазифаһын биләү өсөн Әзербайжан Республикаһының хәҙерге Президенты Илһам Әлиев; «Умид» (Өмөт) партияһы рәйесе Игбал Агазаде; Милли Мәжлес депутаты Заһид Орудж; Әзербайжандың Берҙәм халыҡ фронты партияһы рәйесе Гудрат Гасангулиев; «Современный Мусават» партияһы рәйесе Хафиз Гаджиев; Әзербайжан Социал-демократик партияһы рәйесе  Араз Ализаде; Милли тергеҙеү хәрәкәте партияһы рәйесе Фарадж Гулиев; Милли демократик көстәр советынан кандидат Джамиль Гасанли; «Адалят» партияһы рәйесе Ильяс Исмайлов; Әзербайжан Демократик партияһы рәйесе Сардар Джалалоглу көрәшәсәк.

Президент һайлау йомғаҡтары Әзербайжан Республикаһы Конституция Суды тарафынан тауыш биргән көндән алып 14 көн эсендә рәсми рәүештә иғлан ителәсәк.

темалар: депутат, һайлау