4 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2013 йыл, 10:31

Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында ҡатнашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының  XIV съезы эшендә ҡатнашты. Съездың пленар ултырышын асып, партия лидеры Дмитрий Медведев, 697 делегат теркәлде, тип хәбәр итте. «Берҙәм Рәсәй» съезы эшендә бөтәһе 1700-ҙән ашыу делегат һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.

— Бөгөн Съезда ҡаралған мәсьәләләрҙе партияның ябай ағзалары тәҡдим итте. Улар ниндәйҙер фәлсәфәүи түгел, илебеҙ граждандарының күбеһен борсоған ябай мәсьәләләр, – тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй»  рәйесе Дмитрий Медведев. – Бында илебеҙҙең бөтә төбәктәре вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре йыйылған, ләкин уларҙың барыһын да халҡыбыҙ беҙҙең алға ҡуйған проблемалар берләштерә.

Ул, 2012 йылдың майында үткән Съезда «Берҙәм Рәсәй» уставы үҙгәртелгәйне, шуның һөҙөмтөһендә бөтә кимәлдәрҙәге партия бүлектәре етәкселәре йәшерен тауыш биреү нигеҙендә биш йылға һайлана, тип иҫкәртеп үтте.  

— Һөҙөмтәлә тәүге һәм төбәк ойошмаларының етәксе составы өстән бер өлөшкә үҙгәрҙе, ә урындағы ойошмаларҙың – 20 процентҡа, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Берҙәм Рәсәй» рәйесе. Дмитрий Медведев быны етди һөҙөмтә тип атаны.