3 декабрь, Шәмбе

07 октябрь 2013 йыл, 9:27

Республика профсоюздары «Лайыҡлы хеҙмәт өсөн» акцияһында ҡатнашасаҡ

автор: Людмила Терновая

Республиканың профсоюздар федерацияһы 7 октябрҙә «Лайыҡлы хеҙмәт өсөн» Бөтә донъя хәрәкәттәр көнө сиктәрендә Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ. Өфөлә Профсоюздар йорто майҙанында митинг үтәсәк, унда ҡатнашыусылар социаль ғәҙеллек һәм лайыҡлы хеҙмәт, эшһеҙлекте бөтөрөүҙе, лайыҡлы эш хаҡы һәм пенсия тәьминәте, профессиоеаль белем биреүҙе үҫтереүҙе һәм тәүге эш урыны биреүҙе талап итергә йыйына. Бөгөн пикеттар һәм йыйылыштар  шулай     уҡ Стәрлетамаҡта, Салауатта, Белоретта, Бәләбәйҙә, Мәләүездә, Ишембайҙа һәм республиканың башҡа ҡалаларында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтендә.