9 декабрь, Йома

07 октябрь 2013 йыл, 9:10

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын Олег Гайденко етәкләне

автор: «Башинформ»

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллективын Идаралыҡтың яңы етәксеһе – генерал-майор Олег Гайденко менән таныштырҙылар, был вазифаға ул Рәсәй Президентының 13 сентябрҙәге Указы менән тәғәйенләнгән, тип хәбәр итә ведомствонаң матбуғат хеҙмәте.

Идаралыҡты 2009 йылдан етәкләгән генерал-лейтенант Виктор Палагин Мәскәүгә дәүләт хеҙмәтенә күсерелде.

Олег Николаевич Гайденко 1967 йылдың 28 декабрендә Ростов өлкәһендә тыуған. Юғары белемле:  1989 йылда – Орджоникидзе юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһын, һуңынан Түбәнге Новгородта Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте институтын тамамлаған. Именлек органдарында 1996 йылдан. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Ростов өлкәһе буйынса идаралығында, Төньяҡ Кавказда, Федераль именлек хеҙмәтенең Үҙәк  аппаратында оператив һәм етәксе состав вазифаларында хеҙмәт итә. 2011 йылдың июленән 2013  йылдың сентябренә тиклем Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау өлкәһе буйынса идаралығына етәкселек итә.

Өйләнгән, ике бала тәрбиәләй.