9 декабрь, Йома

04 октябрь 2013 йыл, 18:08

22 октябрҙә Өфөлә Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үткәрелә

автор: «Башинформ»

РФ Президенты Владимир Путин быйыл 22 октябрҙә Өфөлә дәүләт башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрергә ҡушты, тип хәбәр итә Интерфакс.

РФ президентының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған бойороғона ярашлы, ултырышта РФ субъекттарында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшереләсәк. Ултырышты әҙерләү һәм үткәреүҙе тәьмин итеү президент хакимиәтенә, дәүләт башлығының эштәр идаралығына һәм Башҡортостан хөкүмәтенә йөкмәтелгән.