6 декабрь, Шишәмбе

04 октябрь 2013 йыл, 17:51

Өфөлә бушлай бүләктәр йәрминкәһе – «Дармарка» уҙасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Шәмбе, 5 октябрҙә, Өфөлә сираттағы бушлай бүләктәр йәрминкәһе «Дармарка» уҙасаҡ, ойоштороусыһы –  «ЭКА» ижтимағи «йәшел» хәрәкәте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Дармарка»ның, йәки икенселәй аҡсаһыҙ Йәрминкәнең, ҡағиҙәһе ябай. Унда ҡатнашыусылар яҡшы һәм ҡыҙыҡлы әйберҙәр килтерә, ә алмашына китап, кейем, әйберҙәр, кәрәкле мәғлүмәттәр кеүек үҙҙәренә оҡшаған нәмәне һайлап алалар.

Бындай алмашыу әйберҙәргә яңы ғүмер бүләк итеп кенә ҡалмай, ә аҡса, етештереүгә көс һәм сара сарыф итеү кеүек сығымдарҙы кәметергә мөмкинселек бирә.

— Беҙҙең «Дармарка»лар һәр саҡ ыңғай һәм изгелекле. Рәсмиләштерелмәгән шарттарҙа төрлө-төрлө мәсьәләләр буйынса фекер алышабыҙ, яңы таныштар, яңы дуҫтар барлыҡҡа килә, шулай уҡ яңы ҡыҙыҡһыныуҙар, әйберҙәр һәм мәғлүмәттәр. Былар барыһы ла бушлай, — тип билдәләне Өфөләге аҡсаһыҙ йәрминкәнең координаторы Сергей Ширко.

Йола буйынса, «Дармарка» сиктәрендә бер нисә мастер-класс уҙасаҡ, унда төрлө ижади оҫталыҡҡа өйрәнеп буласаҡ. Улар араһында: карвинг, биҙәү йәки өҫтәлде сервировкалау, энә менән бәйләм бәйләү, традицион ҡытай һәм япон прическаларында ҡуланылған кандзаси-сәскә биҙәүестәрен эшләү кеүек мастер-класстар.

«Дармарка» Үҫмерҙәр китапханаһы бинаһында (Октябрь проспекты, 62/2) сәғәт 12-нән 15 сәғәткә тиклем уҙасаҡ.

темалар: дармарка,эка