8 декабрь, Кесе йома

04 октябрь 2013 йыл, 17:41

Күренекле ғалим Зиннур Нурғәлинға - 85 йәш

автор: Владимир Романов

Бөгөн күренекле ғалим-әҙәбиәтсе Зиннур Әхмәҙи улы Нурғалинға 85 йәш тула. Башҡортостан йәмәғәтселегенә ул күренекле журналист, яҙыусы һәм философ, театрҙың ҙур белгесе булараҡ билдәле.

Зиннур Әхмәҙи улы 1928 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ның Тамъян-Ҡатай кантоны Ташбулат ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Һуғыш йылдарында, бала булыуына ҡарамаҫтан, өлкәндәр менән бер рәттән колхозда бил бөгә. 1944-1953 йылдарҙа тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй.

Үҫмер сағынан алып Зиннур Нурғәлин әҙәбиәтте ярата. 1953 йылда Силәбе педагогик институтын тамамлай. Шул уҡ йылда «Совет Башҡортостаны» республика гәзитененең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй башлай. 1959 йылда Өфөлә юғары өлкә партия мәктәбенең журналистика бүлеген тамамлай. Аҙаҡ яңынан «Совет Башкортостаны» гәзитендә бүлек мөдире һәм мөхәррир урынбаҫары булып эшен дауам итә. 1962 йылда Журналистар союзына инә, ә 1978 йылда – яҙыусылар ойошмаһына.

1965-1968 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһында уҡый. Тарихи темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, һуңынан филология фәндәре докторы булып китә.1968 йылдан алып Зиннур Нурғәлин Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй, уның тәүге ректоры була, оҙаҡ йылдар ошо юғары уҡыу йортон етәкләй, профессор була. 2000 йылдан алып Өфө сәнғәт академияһының философия һәм тарих кафедраһы мөдире була.

Зиннур Нурғәлиндың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары күп яҡлы. Улар бик мөһим мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала: әҙәбиәт ғилеме, башҡорт әҙәбиәте үҫешенең төрлө этаптарындағы ижади процестар, рухи байлыҡты һаҡлау проблемалары, Евразия этно-мәҙәниәттәрен тергеҙеү. Ғалимдың ғилми эшмәкәрлеге традицион башҡорт музыка сәнғәтен тергеҙеү һәм үҫтереү теоретик проблемаларын хәл итеү, был өлкәлә юғары белемле башҡарыусылар әҙерләү менән тығыҙ бәйләнгән. Байтаҡ хеҙмәттәре хәҙерге башҡорт теле проблематикаһына, Ғабдулла Амантайҙың ғилми эшмәкәрлеген өйрәнеүгә, үткән быуаттың 30-сы йылдарында республика яҙыусылар ойошмаһының әҙәби тормошона, башҡорт театрҙары үҫешенә бағышланған.

Зиннур Әхмәҙи улы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы. Ул Халыҡ-ара төрки академия һәм Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы дипломына эйә вице-президенты, Гуманитар фәндәр академияһы академигы. Халыҡ-ара Төрки Академия рәйесе урынбаҫары,  БР Фәндәр академияһының Мәҙәниәт һәм сәнғәт советы рәйесе була, Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы президиумын етәкләй. «Ағиҙел ҡайҙа башлана?», «Дәүерҙәрҙең тын алышы», «Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа» һәм башҡа популяр китаптар яҙҙы. Күп төрлө Халыҡ-ара, Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй күләмендәге ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашты.

1978 йылда Зиннур Нурғәлинға «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән почетлы исем бирелә. Шулай уҡ ул Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты.

темалар: юбилейҙар