Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Байрамдар алдынан төбәктә пенсиялар ваҡытынан алда биреләсәк

Йәмғиәт

Республика көнө һәм Ҡорбан ғәйете байрамдары менән бәйле республикалағы почта элемтәһе ойошмалары пенсияларҙы һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәрҙе махсус график буйынса таратасаҡ.

Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Ейәнсура, Күгәрсен,  Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө райондарында пенсиялар 8-е һәм 11-өсөн – 8 октябрҙә, 9-ы һәм 12-һе өсөн – 9 октябрҙә, 10-ы һәм 13-ө өсөн – 10 октябрҙә, 14-е һәм 15-е өсөн –14 октябрҙә бирелә. Ҡалған район һәм ҡалаларҙа түләүҙәр 10-ы һәм 11-е өсөн – 10 октябрҙә, 12-һе һәм 13-ө өсөн – 12 октябрҙә, 14-е һәм 15-е өсөн – 14 октябрҙә башҡарыласаҡ, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондынан.

Кредит ойошмаларына түләүҙәр 10 октябрҙә күсереләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть