11 декабрь, Йәкшәмбе

04 октябрь 2013 йыл, 13:53

ТӨРКСОЙ Даими советының ХХХI ултырышы үтте

автор: Әлим Фәйезов

Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала 1 октябрҙән 3-өнә тиклем ТӨРКСОЙ Даими советының ХХХI ултырышы үтте.

Ултырыш эшендә  ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең мәҙәниәт министрҙары һәм төрки мәҙәниәте ойошмаһы күҙәтеүселәре ҡатнашты, улар араһында Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә, Башҡортостан (РФ), Татарстан (РФ), Тыва (РФ) һәм Гагауз республикаһы (Молдова). Беҙҙең республиканан Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов барҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ХХХ ултырыш 2012 йылдың сентябрендә Өфөлә үткәрелгәйне.

Төрлө илдәр министрҙарын Төркиә Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры, ТӨРКСОЙ-ҙың ваҡытлыса координаторы Омер Челик һәм ТЮРКСОЙ-ҙың Генераль секретары Дюсен Касеинов тәбрикләне.

Сара сиктәрендә бик бай мәҙәни программа ҡаралғайны. «Төрки донъяның йәш таланттары» концерт программаһында Билкент университетының Аднан Сайгун Залында ТӨРКСОЙ Йәштәр оркестры скрипкасылары сығыш яһаны.

1 октябрҙә ҡунаҡтар Ататөрк мавзолейына барҙы, унан һуң Президент симфоник оркестры Концерт залында Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының 20 йыллығына арналған тантаналы концертҡа йыйылды.

Төрөк залында боронғо ҡурай моңо ла яңғыраны. Концертта билдәле  башҡорт ҡурайсыһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республиканың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

2 октябрҙә министрҙар һәм делегация башлыҡтарының Төркиә Республикаһы Президенты Абдуллах Гюль менән осрашыуы үткәрелде. Шул уҡ көндө ТӨРКСОЙ штаб-квартираһы фойеһында художестволы күргәҙмә асылды.

ТӨРКСОЙ Даими советының ХХХI ултырышын асыу тантанаһында ТӨРКСОЙ штаб-квартираһының  Конференциялар залында «ТӨРКСОЙ-ҙың 20 йыллығы» миҙалдары тапшырылды.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова хәбәр итеүенсә, ултырыш аҙағында йомғаҡлау документтарына — эш протоколына һәм йомғаҡлау декларацияһына ҡул ҡуйылды.