8 декабрь, Кесе йома

04 октябрь 2013 йыл, 14:34

Рәсәйҙә Космос ғәскәрҙәре көнө билдәләнә

автор: Арина Рәхимҡолова

4 октябрҙә Рәсәйҙә Космос ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Был һөнәри байрам Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы менән 2006 йылдың майында ҡабул ителгән.

Космос ғәскәрҙәре көнө – ул үҙ ғүмерен оборона тәғәйенләнешендәге космос аппараттары төҙөү эшенә бағышлаған, уларҙы осороусы кешеләрҙең байрамы.

Байрам итеү датаһы осраҡлы һайланмаған, тап 1957 йылдың 4 октябрндә хәрби белгестәр тарафынан Байконур космодромынан донъяла беренсе Ерҙең яһалма юлдашы осорола. Ул ҡуйылған маҡсатлы программаларҙы теүәл үтәй.

Беҙҙең көндәрҙә Космос ғәскәрҙәре, Ҡораллы Көстәр, башҡа көс структуралары, министрлыҡ һәм ведомстволар, иҡтисад, илдең социаль үҫеше мәнфәғәттәрендә һәм илебеҙҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында дөйөм дәүләт стратегияһы масштабындағы бурыстарҙы үтәп Рәсәйҙең ракета-космос оборонаһын тәьмин итә.

Йыл һайын Башҡортостандың йөҙәрләгән йәш егеттәре Космос ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә саҡырыла. Өфө планетарийында 10 октябргә тиклем байрам хөрмәтенә Бөтә донъя космос аҙнаһы башлана. Быйыл ошо көндәрҙең темаһы – «Марсты өйрәнеү – Ерҙе асыу». Рәсәйҙә байрамды планетарийҙарҙа, университеттарҙа, мәктәптәрҙә, лицейҙарҙа, белем биреү учреждениеларында билдәләйҙәр. Өфө ҡала планетарийында барасаҡ саралар тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡырһығыҙ.