10 декабрь, Шәмбе

04 октябрь 2013 йыл, 13:51

Президент бюджет менән эшләү йүнәлештәрен билдәләне

автор: Ғәлиә Нәбиева

Яңы саҡырылыш  республика парламенты алдында торған иң мөһим бурыстарҙың береһе — сираттағы бюджет өҫтөндә эшләү. Былтырҙан алып бюджет яңыса төҙөлә – өс йылға.

— Беҙ ағымдағы бурыстарҙы хәл итеү режимынан оҙайлы ваҡытҡа планлаштырыуға, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү стратегик линияһын эшкәртеүгә күстек, — тип билдәләне, депутаттар алдында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Алда беҙҙе бик ҡатмарлы осор көтә. Һәм киләһе бюджет нигеҙҙәре ошо ысынбарлыҡты иғәпкә алып һалынырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов, бөгөн республикала дефицитлы бюджет булыуы, киләсәктә лә дефициттың һаҡланыуы күҙаллана, шуға күрә хәҙер эштең ике йүнәлешенә – бюджет килемдәрен арттырыуҙы тәьмин итеүгә һәм сығым йөкләмәләренең иң мөһимдәрен билдәләп, бер өлөшөн ҡайтанан ҡарауға – иғтибар тупларға кәрәк булыуы хаҡында һөйләне.

Дәүләт һәм муниципаль милектә булған мөлкәттән килемдәр 14 процентҡа тиерлек кәмене. Һөҙөмтәлә төбәк бюджеты ярайһы уҡ сумма алып еткермәне.

— Хәлде яҡшыртыу өсөн беҙгә табыштарҙы арттырыуҙың башҡа динамикһы кәрәк. Яңы юғары технологиялы предприятиелар төҙөү, продукциябыҙҙың конкуренцияға һәләтлелеген, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мөһим,  — тип иҫәпләй республика башлығы.

Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов, иҡтисади үҫеш — ул үҙмаҡсат түгел, ә халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу сараһы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.