3 декабрь, Шәмбе

04 октябрь 2013 йыл, 11:44

Йыл башынан алып ипотека буйынса бурыс артыуы теркәлгән

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда торлаҡ ипотека кредиттары буйынса бурыс 1 сентябргә ҡарата 50 220,9 миллион һум тәшкил итә. Был 2013 йылдың башында булған бурыстан бер сиреккә (25,3 процентҡа) һәм 2012 йылдың 1 сентябре кимәле менән сағыштырғанда яртыһына тиерлек (49,5 процентҡа) артҡан. 2013 йылдың ғинуар-август айҙарына банк статистикаһын республиканың Милли банкы баҫтырып сығарған.

Халыҡҡа бирелгән ипотека буйынса ваҡытында түләнмәгән бурыстар бер йыл эсендә (2012 йылдың сентябренән алып) 1,5 проценттан 1 процентҡа тиклем кәмегән.

Башҡортостанда йыл башынан алып 19 788,3 миллион һумға 16 265 ипотека кредиты бирелгән. Республикала һумдарҙа уртаса ипотека кредиты йылына 13,1 процент менән 14,5 йылға бирелә.