9 декабрь, Йома

04 октябрь 2013 йыл, 10:48

Федерация Советына Башҡортостан парламентынан вәкил итеп Рафаил Зиннуров тәғәйенләнде

автор: Людмила Терновая

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы – Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан вәкил итеп Рафаил Зиннуров тәғәйенләнде. Бындай ҡарар яңы саҡырылыш республика парламентының беренсе ултырышында ҡабул ителде.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, Дәүләт Йыйылышы депутаты Рафаил Зиннуровтың кандидатураһы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 95-се статьяһына һәм «РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советын ойоштороу тәртибе тураһында» федераль закондың 3-сө статьяһына ярашлы «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Генераль Советы Президиумы ҡарары һәм «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы тәҡдиме буйынса тикшереүгә сығарылды, тип хәбәр итте БР Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев. Зиннуровтың кандидатураһы күпселек тауыш менән ҡабул ителде.

Константин Толкачев Рафаил Нариман улын вәкәләттәр йөкмәтелеү менән ҡотлап, бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан мәнфәғәтенә уңышлы хеҙмәт итеүен теләне.