7 декабрь, Шаршамбы

04 октябрь 2013 йыл, 10:03

Башҡортостан парламентының вице-спикерҙары билдәләнде

автор: Людмила Терновая

Йомабикә Ильясова, Франис Сәйфуллин һәм Вадим Старов Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең урынбаҫарҙары итеп һайланды. Ҡарар яңы саҡырылыш республика парламентының беренсе ултырышында күпселек тауыш менән ҡабул ителде.

Константин Толкачев БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең һайланған урынбаҫарҙарын ҡотланы, уларға һаулыҡ, уңышлы эшләүҙәрен теләне.

Белешмә өсөн.

Йомабикә Ильясова Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында тыуған, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт биографияһы: 1979-1991 — «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында хәбәрсе, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире; 1991-1994 — «Йәшлек» гәзите редакцияһында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире; баш мөхәррир урынбаҫары, 1994 — 1996 —«Башҡортостан» гәзите редакцияһында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй;

1996-1999 — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы сәркәтибе; 1999 – 2013 — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме бирелгән.

Франис Сәйфуллин Башҡортостандың Дыуан районында  тыуған, Дыуан ауыл хужалығы техникумын, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.  1968 — 1970 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткән.

1970-1980 — Дыуан районының Киров исемендәге колхозында механизатор, агроном; 1980-1987 — Рухтинск ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе, Дыуан районының «Урал» колхозы рәйесе; 1987-1990 — КПСС-тың Дыуан район комитетының икенсе секретары, башҡарма комитет рәйесе, Дыуан район Советы рәйесе; 1991-1993 —Дыуан районы хакимиәте башлығы; 1993-1995 — БР ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары; 1995-1999 — БР ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры; 2000-2007 — өсөнсө, дүртенсе саҡырылыш РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты; 2008-2013 — Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә, Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһына, РФ Дәүләт Думаһы Почет грамотаһына лайыҡ.

Вадим Старов Өфөлә тыуған, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2001 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Башҡортостан адвокаттар округ коллегияһында адвокат ярҙамсыһы булып эшләй.