4 декабрь, Йәкшәмбе

03 октябрь 2013 йыл, 14:36

2013 йылға хосусилаштырыу планына тағы өс предприятие индерелде

автор: Эльвира Латыпова

Тағы өс сәнәғәт предприятиеһы Башҡортостан Республикаһының 2013 йылға дәүләт милкен хосусилаштырыу планына индерелде. Был турала республика Хөкүмәте ҡарары  рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Һатыуға республикаға ҡараған «Башкирский холод» (Өфө) асыҡ акционерҙар йәмғиәте устав капиталының 48,83 проценты күләмендәге акцияларын, шулай уҡ «Иглин үлсәүҙәр заводы» (Иглин ауылы) һәм «Эталон-ТЗ» (Туймазы) асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре (уларҙа устав капиталының 100 проценты ла Башҡортостанға ҡарай) акцияларын сығарырға планлаштырыла.  

Хосусилаштырыу планына шулай уҡ Башҡортостан республика уҡыу коллекторы (Өфө) һәм Өфөләге, Октябрьскийҙағы ҡайһы бер дәүләт милке  объекттары индерелгән.