6 декабрь, Шишәмбе

03 октябрь 2013 йыл, 18:25

Өфөлә уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары алдынан тәбрикләйәсәктәр

автор: Эльмира Сабирова

Йола буйынса, 5 октябрҙә ер йөҙөндә булған иң изге һөнәрҙәрҙең береһе – уҡытыусыларҙы тәбрикләйҙәр. Өфө уҡытыусылары йәмәғәтселеген йома, 4 октябрҙә, ҡотлаясаҡтар.

Байрамға белем биреү учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары, хөкүмәт органдары, профсоюз, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылған, тип хәбәр иттеләр Ғилми-мәғлүмәт-методика үҙәгенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Бөгөн Өфө белем биреү учреждениеларында 12 меңдән ашыу педагогик хеҙмәткәр эшләй. 133 мәктәптә ете меңләгән уҡытыусы белем бирә. Уларҙың ике меңдән ашыуы үҫеп килгән быуынды уҡытыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн наградаларға эйә. 245 кешенең дәүләт наградаһы, почетлы исемдәре, РФ һәм БР ордендары һәм миҙалдары бар

темалар: уҡытыусы көнө