7 декабрь, Шаршамбы

03 октябрь 2013 йыл, 18:13

Учалы уҡыусылары «Президент ярыштарында» уңышлы сығыш яһаны

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөтә Рәсәй спорт ярыштарында ҡатнашыусы Учалы уҡыусылары командаһы Анапанан яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтты. Мәктәп уҡыусылары араһында республикала «Президент ярыштары» спорт-һауыҡтырыу фестивалендә еңеү яулап, Анапала уҙған Бөтә Рәсәй этабында Башҡортостан исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә булдылар, тип хәбәр иттеләр Учалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Ярыштың маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәрҙе физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, шулай уҡ федераль округтар араһында дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу. Быйыл ярышҡа илебеҙҙең төбәк мәктәптәренән 98 команда йыйылғайны. Ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар араһында ярыштар айырым үткәрелде. Программа үҙ эсенә алған мотлаҡ төрҙәр – күп төрҙән ярыш (йүгереү, һикереү, күтәрелеү), «Күңелле старттар» комплекслы эстафетаһы, шулай уҡ ижади һәм теоретик конкурстар. Спортсыларҙың һайлауы буйынса үҙҙәренең мөмкинселектәрен өҫтәмә төрҙәрҙә лә күрһәтергә мөмкин булды – бадминтон, мини-футбол, өҫтәл теннисы, йөҙөү, урам баскетболы һәм шахмат.

Күп төрҙән ярыштарҙа ҡалалар командалары зачетында учалылар 72 ҡатнашыусы араһынан 7-се урынды биләһә, күп төрҙән алышта шәхси ярышта Башҡортостандан Эвелина Ғөбәйҙуллина өсөнсө урынды яуланы. Өҫтәл теннисында ҡыҙҙар араһында бишенсе урын Алина Ишмөхәмәтовала.