Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: Закондар сығарыусылар Башҡортостан халҡының ышаныстарын аҡларға тейеш

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында сығыш яһаны. Республика етәксеһе депутаттарҙы һайланыуҙары менән ҡотлап, яңы саҡырылыш закондар сығарыу йыйылышының көҙгө сессияһында беренсе ултырыш – республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим көн, – тип билдәләп үтте.

Халыҡ тарафынан һайланыусылар даими хеҙмәт менән абруй яулай, һәм был ышанысты, Башҡортостан халҡының өмөттәрен аҡларға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.  Президент республика ҡануниәтен камиллаштырыуҙа уңыштар теләне.

һуңғы йылдарҙағы йомғаҡтар ҡануниәт эшмәкәрлегенең ни тиклем мөһим булыуын иҫбатлай. Уны республика башлығы ла ыңғай баһаланы.

— Республика ҡануниәт органының эшмәкәрлеге һөҙөмтәле булды, — тине БР Президенты.

Республика парламентарийҙарын тормоштоң бөтә өлкәләрен яңыртыу буйынса көсөргәнешле эш көтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Яңыртыу – ул һайлау алды кампанияһының лозунгыһы ғына түгел, был хөкүмәттең бөтә тармаҡтары эшенең һыналған стратегияһы, — тип билдәләне ул. Хөкүмәттең иң мөһим эше – халыҡҡа хеҙмәт итеү, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть