10 декабрь, Шәмбе

03 октябрь 2013 йыл, 14:29

Константин Толкачев Республиканың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Рәйесе итеп һайланды

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаттары кесе йома республика парламенты рәйесе вазифаһына Константин Толкачевты һайлап ҡуйҙылар. Республика Дәүләт Йыйылышының тәүге ултырышында бындай ҡарар күпселек тауыш менән ҡабул ителде. Депутаттарҙың  97-һе — ыңғай, өсөһө ҡаршы тауыш бирҙе, береһе икеләнеүен белдерҙе.

Константин Толкачев кадидатураһын «Берҙәм Рәсәй» фракцияһынан депутат Михаил Бугер күрһәтте.

— Константин Борисович парламент эшендә ҙур тәжрибәгә эйә. Ул 14 йыл эшләү дәүерендә парламентарийҙың үҫешенә тос өлөш индерҙе. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе вазифаһына лайыҡлы кандидат, — тине Михаил Бугер.