3 декабрь, Шәмбе

03 октябрь 2013 йыл, 12:43

Яңыртылған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламентына иң өлкән депутат уңыштар теләне

автор: Людмила Терновая

— Иң өлкән депутат булараҡ, Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының беренсе ултырышын асыуҙы миңә тапшырыуҙарын үҙемә ҡарата юғары хөрмәт тип ҡабул итәм. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән республика дәүләт власының юғары ҡануниәт органына һайланыуығыҙ менән ҡотлайым, — тине яңы саҡырылыш республика парламентының беренсе ултырышын асыуҙа уның иң өлкән депутаты Рифғәт Гарданов. – Дәүләт власы органдары системаһында парламент мөһим звено булып тора. Халҡыбыҙ ниндәй ҡанундар буйынса йәшәүе һәм эшләүе туранан-тура уға бәйле. Республиканың Депутат корпусы закондар сығарыу эшендә етерлек тәжрибә туплаған. Яңы парламент депутаттарын Республика ҡануниәтен артабан үҫтереү һәм камиллаштырыу эшмәкәрлеге көтә. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы өстән ике өлөшкә яңырҙы. Алдағы саҡырылыш депутаттары тарафынан тупланған тәжрибәне артабан намыҫ менән дауам итерҙәр, тигән ышаныс белдерәм. Һеҙгә тәрән аҡыл, сабырлыҡ һәм уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем.