Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә яңы саҡырылыш республика парламентының беренсе ултырышы башланды

Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе ултырышы башланды. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнаша. Ултырышҡа шулай уҡ Башҡортостандан РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзалары, беҙҙең төбәктән Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, республиканың суд, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары етәкселәре, БР буйынса баш федераль инспектор, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, БР Йәмәғәт палатаһы, Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары һәм башҡалар саҡырылған.

Көн тәртибендә 10 мәсьәлә иҫәпләнә.

Беренсе ултырышта халыҡ тарафынан һайланған кешеләр БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесен һайлаясаҡ, даими Комитеттар ойошторасаҡ, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы – Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан вәкилгә вәкәләттәр йөкмәтеү өсөн кандидатураны ҡараясаҡ.

Пленар ултырыш сиктәрендә республика парламенты мандат комиссияһы, Депутат этикаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай наградалары буйынса комиссия ойоштороласаҡ.

Парламентарийҙар шулай уҡ  «Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының закон проекттары эше буйынса яҡынса программа тураһында» ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть