5 декабрь, Дүшәмбе

03 октябрь 2013 йыл, 11:51

Йәмәғәт палатаһы үҙ эшен камиллаштыра

автор: Людмила Терновая

Өсөнсө саҡырылыш Йәмәғәт палатаһының сираттағы ултырышында «Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы закон проекты ҡаралды. Закон проекты менән республиканың Йәмәғәт палатаһы Аппаратын дәүләт ҡаҙна учрежденияһы категорияһына индерергә тәҡдим ителде. Палата ағзаларының был вәкәлләтәрҙе бойомға ашырыуы менән бәйле сығымдар, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән ҡаралған тәртиптә ҡайтарыласаҡ, тип яҙылған закон проектында.

Ултырыштың көн тәртибенә шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы Президентының 2012 йылдың 7 майындағы Указдарын тормошҡа ашырыу барышы тураһында»ғы мәсьәлә ҡуйылды. Владимир Путин 2012 йылдың 7 майында ижтимағи сәйәсәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, милләт-ара татыулыҡ, фән мәсьәләләренә ҡағылышлы бер нисә указға ҡул ҡуйғайны, унан һуң йыл ярым ваҡыт үтте. Был мәсьәлә буйынса доклад менән БР Йәмәғәт палатаһының социаль сәйәсәт буйынса эш төркөмө етәксеһе Мәхмүзә Ғәйнуллина сығыш яһап, Президент Указдарын үтәү маҡсатында республикала ҙур эштәр алып барыла, тип хәбәр итте.

Шулай уҡ ултырышта «Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаларының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаларының вәкәләттәрен тергеҙеү тураһында» мәсьәлә ҡаралды. Июль аҙағында, Йәмәғәт палатаһының алты ағзаһы Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидат булып теркәлеү сәбәпле, Палата составынан сыҡҡайны. Уларҙың өсөһө – Эльвира Айытҡолова, Наил Ғиззәтуллин һәм Александр Дегтев республика парламенты депуттары итеп һайланды һәм улар Палата составынан сығырға тейештәр. Тағы ла өс ағза – Юрий Акшенцов, Мәхмүзә Ғәйнуллина һәм Булат Йомадилов – Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһына эшкә кире ҡайтыу тураһында ғариза бирҙе.