8 декабрь, Кесе йома

03 октябрь 2013 йыл, 11:31

Өфөнөң иҫтәлекле урындарына QR-код менән табличкалар ҡуйыла

автор: Эльвира Латипова

Өфөнөң һәйкәлдәрендә һәм иҫтәлекле урындарында QR-код менән табличкалар ҡуя башланылар. Һуңғы ике ай эсендә бындай табличкалар туристик индустрия күҙлегенән ҡыҙыҡлы 16 объектта ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Улар араһында – Иван Якутов исемендәге парк, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге институты-ботаник баҡсаһы, В.И.Лениндың йорт-музейы, Өфө ҡала планетарийы, «Аҡбуҙат» ипподромы, «Ләлә-Тюльпан» мәсете һәм башҡалар.

Табличкаға объекттың исемен башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә һәм QR-кодтың үҙен урынлаштыралар. Смартфон, коммуникатор йәки планшеттың фотокамераһы аша махсус программа ярҙамында QR-кодты уҡып, ҡулланыусы автоматик рәүештә ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-туристик порталына күсә. Унда ул туристик оъект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт белә, фото һәм тарихи һүрәттәр ҡарай ала.

Мәғлүмәт технологияларын үҙләштереү  Өфө буйлап йөрөүҙе ҡыҙыҡлы һәм бай мәғлүмәтле итәсәк. Яңы мөмкинселек менән фото төшөрөү һәм интернетҡа сығыу функцияһы булған кәрәҙле ҡулайлама менән һәр бер кеше ҡуллана ала, тип билдәләй Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.