Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Йылдағы иң яҡшы башҡорт китабын һайлаясаҡтар

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII Республика конкурсы башланды. Уның маҡсаты — башҡорт китаптарын уҡыуға ылыҡтырыу, Бвшҡортостан яҙыусыларының һәм шағирҙарының ижади мираҫын өйрәнеү, китапханаларҙың башҡорт китабын пропагандалау буйынса инновацион эш тәжрибәһен өйрәнеү һәм таратыу, китапхана менән файҙаланыусылар араһында башҡорт авторҙарының иң уҡымлы китаптары рейтингын билдәләү.

Әхмәт-Зәки Вәлиди,исемендәге БР Милли китапханаһының фәнни-методика бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, конкурста һәр ваҡыттағыса һәр кем йөрөй алған китапханалар ҡатнаша.  

Иң яҡшы китаптар өс номинацияла билдәләнәсәк: «Мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ тураһында», «Башҡортостандың тәбиғәте тураһында» һәм «Бала саҡта иң яратҡан китап».

Шарттар буйынса конкурсанттар жюриға бер китапҡа, китаптар серияһына, йыйынтыҡҡа, авторға арналған һәм  республикала һуңғы өс йылда нәшер ителгән видеороликтар (буктрейлерҙар — китап тураһында һөйләү, был китапты әле уҡымағандарҙы ҡыҙыҡһындырыу, китапты яратыуыңды белдереү ысулы) тәҡдим итә.

Заявкалар быйыл 15 ноябргә тиклем  gilmanova@bashnl.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть