Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө эшҡыуарҙарын Эшлекле контакттар биржаһына саҡыралар

Иҡтисад

8 ноябрҙә Өфөлә Эшлекле контакттар биржаһы үтәсәк. Уны Өфө хакимиөте ярҙамында Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы һәм Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау Өфө ҡала фонды ойоштора.

Унда ҡатнашыуға эшлекле партнерҙар эҙләп табыу менән ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙар саҡырыла. Улар  компанияны презентациялау үткәрә, алдан килешелгән график буйынса потенциаль партнёрҙар менән эшлекле осрашыуҙарҙа һәм һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша ала. Партнёрҙар эҙләү менән ойоштороусылар шөғөлләнә.

Программаға шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың бизнес алып барыуға ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр буйынса белгестәр менән шәхси консультацияһы һәм «Ҡытай һәм Азия илдәренән етештереүселәр менән бизнес-хеҙмәттәшлекте ойоштороу» семинары индерелгән.

Ҡатнашыусы фирмалар тураһында мәғлүмәт «Эшлекле контакттар биржалары» махсус каталогында урынлаштырыласаҡ.

Биржала ҡатнашыу өсөн заявка бирергә һәм теркәү взносын түләргә кәрәк.

Заявка бланкыһын һәм өҫтәмә мәғлүмәтте Өфө эшҡыуарҙары союзы  сайтында алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть