4 декабрь, Йәкшәмбе

02 октябрь 2013 йыл, 17:30

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты юбилейына Өфөгә 30 ил вәкилдәре киләсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә Ырымбур Мосолмандар диниә йыйылышы – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына, шулай уҡ Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға 65 йәш тулыуға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Икеләтә байрам тантанаһы Өфөлә 21 октярбҙән 23-өнә тиклем үтәсәк. Юбилей сараларында 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Байрамға 30 ил вәкиле киләсәк.

Юғары мөфтөй журналистар менән аралашып ислам тарихы һәм илдә мосолмандар Үҙәк диниә назаратын ойоштороу этаптары тураһында һөйләне. 1789 йылдың 4 декабрендә Император Екатерина II Указына ярашлы Өфө дини мосолмандар ҡануны йыйылышы барлыҡҡа килеп, 1846 йылда Ырымбур мосолман диниә йыйылышы тип үҙгәртелә, ә 1917 йылдан «Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк диниә назараты» тип йөрөтөлә. Һуңынан тағы ла бер нисә тапҡыр исеме үҙгәртелгәндән һуң, 2000 йылда «Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты» тип нығына. 1980 йылдан алып Идаралыҡты Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин етәкләй. Уның етәкселегендә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Рәсәй йәмғиәтен дини-әхләҡи тергеҙеү эшендә илдең алдынғы дини үҙәктәренең береһенә әүрелә.

Был байрамдар дөйөм дәүләт күләмендә уҙғарыласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Тәлғәт Тажетдин. Юбилейға ғәрәп илдәренән күренекле мосолман эшмәкәрҙәре һәм Рәсәй дини идаралыҡтары вәкилдәре, сит ил дини уҡыу йорттары вәкилдәре саҡырылған. Сараны үткәреүгә БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ҙур ярҙам күрһәтә, тине мөфтөй.

-Ил етәкселеге байрамды үткәреүгә ҙур булышлыҡ күрһәтә – был тағы ла бер тапҡыр, дәүләттең дини ойошмалар менән эшлекле диалог ҡороуы хаҡында һөйләй, — тине БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков.

Тәлғәт Тажетдин һөйләүе буйынса, юбилейға ҡарата Өфө ҡалаһының Дим районында мәсет асыласаҡ, төҙөлөш эштәре әле тамамланып килә. Шулай уҡ байрам сиктәрендә «Рәсәйҙә дәүләт һәм ислам» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙасаҡ.