10 декабрь, Шәмбе

02 октябрь 2013 йыл, 18:28

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары итеп Игорь Дудоров тәғәйенләнде

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары итеп Игорь Дудоров тәғәйенләнде, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем «Красный ключ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарған.

Игорь Владимирович Дудоров 1964 йылдың 9 мартында тыуған. Мәскәү дәүләт коммерция университетын «Менеджер» белгеслеге буйынса тамамлаған, Түбәнге Саксонияның Менеджмент Академияһында «Энергетика комплексында предприятие менән идара итеү» курсын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа әйҙәүсе инженер, бүлек начальнигы, Өфө йылылыҡ селтәрҙәре прелприятиеһында директорҙың иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, Өфөнөң Совет районы Советы рәйесе урынбаҫары, «Компания «Югорлизинг» һәм «Чистая вода «Кристальная» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең генераль директоры булып эшләгән.