3 декабрь, Шәмбе

02 октябрь 2013 йыл, 18:18

Төбәктән мең контрактсы Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафын тулыландырасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары Анатолий Балтинский «хәрби хеҙмәткә контракт нигеҙендә оҙатыуға көс һалыуҙы» быйыл көҙгө саҡырыуҙың үҙенсәлеге булып тора, тип атаны.

Рәсәй армияһы сафын Башҡортостандан 1000 контрактсы тулыландырасаҡ. Хәрби комиссарҙың әйтеүе буйынса, 700-ләп йәш егет йыйылған да инде. Көҙгө саҡырыуға тағы ла 300 йәш егет йыйырға ҡалды.

Республиканан хеҙмәт итеүгә теләүселәр һаны аҙ түгел, сөнки был үҙ иркең менән хеҙмәт итеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анатолий Балтинский. Ул армияның абруйы үҫеүенә һәм призывниктарҙың матди яҡтан ҡыҙыҡһыныуҙарына бәйле. Контрактсыларҙың аҡсалата тәьминәте 20-30 мең һумға тиклем артты. Егеттәрҙең торлаҡ алыу мөмкинселеге тыуа, был шулай уҡ мөһим роль уйнай.

Шул уҡ ваҡытта контракт буйынса хеҙмәткә алыуға бик етди ҡарайҙар, тип билдәләне хәрби комиссар. Бик яҡшы сәләмәтлек күрһәткестәрененән тыш, белем кимәле лә ҙур әһәмиәткә эйә.

Бөгөн  армияла медицина белгестәренә ихтыяж ҙур. Фельдшер-табиптар, взвод командирҙары етешмәй. Рәсәйҙән ситтә урынлашҡан частарҙан заявкалар бар.